LogFLOGO

«АМАНАТ» ЖУРНАЛЫ: АТАЙ-ОЛАТАЙҘАРЫБЫҘҘАН КИЛГӘН ЙОЛАЛАРҘЫ ХӨРМӘТ ИТЕП...

Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге дәүләт учреждениеһы 2020 йылдың 15 майынан алып 15 июненә тиклем үткәргән «Башҡорт ҡорто» исемле балалар ижадының республика дистанцион конкурсында бер меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Был изге эштән «Аманат» республика балалар-үҫмерҙәр журналы ла ситтә ҡалманы. Уның 11-се һанында (ноябрь айының номеры) ошо конкурста еңеүселәрҙең ижади эштәре донъя күрҙе. Бына улар – беҙҙең йәш шағирҙарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ: Амалия Заһирова (Өфө ҡалаһының 117-се мәктәбе уҡыусыһы, «Ҡортсола ҡунаҡта» шиғыры), Рамаҙан Икбаев (Өфө ҡалаһының 20-се мәктәбе уҡыусыһы, «Бал ҡорто» шиғыры), Байрас Батраев (Бишбүләк районының Ҡаныҡай мәктәбе уҡыусыһы, «Бал ҡорттарылай берҙәм булайыҡ» шиғыры), Санира Әбхәлимова (Архангель районының Айтмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы, «Йәшәһен башҡорт балы» шиғыры) һәм Алһыу Мансурова (Бүздәк районының Ҡаран мәктәбе уҡыусыһы, «Башҡортостан балаһы – Беҙҙәнбай» әкиәте).

Беҙ был йәһәттән «Аманат» республика балалар-үҫмерҙәр журналы етәкселегенә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Хөрмәтле, ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр, уҡыусылар! Журналдың 11-се һанын түбәндәге адрес буйынса килеп алырға була:

Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 217 А, 3-сө ҡат.

Беҙгә рәхим итегеҙ!

2020-12-07_16-29-23_winscan_to_pdf_000dwqdqw.jpeg

2020-12-07_16-29-23_winscan_to_pdf_001qwdgtrh.jpeg

2020-12-07_16-29-23_winscan_to_pdf_002regrthw.jpeg

Последние новости

Back to top