LogFLOGO

ӘМИР МИҢЛЕӘХМӘТ УЛЫ ИШЕМҒОЛОВ (1960 – 2020)

2020 йылдың 29 октябрендә оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы–Ҡоролтайы депутаты, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры Әмир Миңлеәхмәт улы Ишемғолов арабыҙҙан китеп барҙы.

Әмир Миңлеәхмәт улы Ишемғолов 1960 йылдың 22 майында Башҡорт АССР-ының Йомағужа районы (хәҙер – Күгәрсен районы) Әлимғол ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килә. 1978 йылда урта мәктәпте тамамлағас, бер йыл тыуған районындағы «Ҡыҙыл байраҡ» колхозында эшләй. 1979-1984 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында зоотехния буйынса белем ала, юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. Студент йылдарында институттың ижтимағи тормошонда бик әүҙем ҡатнаша, факультеттың комсомол бюроһына етәкселек итә, ВЛКСМ-дың Почет грамотаһы менән наградлана.

1984 йылда Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү ғилми-тикшеренеү проект-технология институты ҡаршыһындағы «Өфө» тәжрибәле хужалығында өлкән зоотехник булып эшләй. 1985—1988 йылдарҙа Бөтә Союз малсылыҡ ғилми-тикшеренеү институтында көндөҙгө аспирантурала уҡый. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң, 1988 йылдан – шул уҡ Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү ғилми-тикшеренеү проектлау-технология институтында ғилми хеҙмәткәр һәм өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаларында эшләй. 1992-1995 йылдарҙа ҙур фермерлыҡ хужалығына етәкселек итә. Ә.М.Ишемғолов 1996 йылда Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү ғилми-тикшеренеү проектлау-технология институтында умартасылыҡ лабораторияһына мөдир вазифаһында етәкселек итә.

1998 йылдан алып ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем үҙенең тырышлығы менән ойошторған Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәгенә етәкселек итә. Ә.М.Ишемғоловтың кандидатлыҡ диссертацияһы юғары продуктлы ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙарҙы Рәсәй шарттарында үрсетеү мәсьәләләренә арналған. Уның докторлыҡ диссертацияһы бал ҡортоноң башҡорт популяцияһын үҙаллы тоҡом булараҡ раҫлауға бағышланды. Һөҙөмтәлә башҡорт бал ҡортоноң ҙур тоҡомсолоҡ заводы ойошторолдо, унда фәнни нигеҙҙә ҡорттар үрсетеү яйға һалынды, әлеге көндә бал ҡорттарын ҡарап-тәрбиәләү ысулдары камиллаштырыла. Илдә беренсе булып халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнгән апитерапия үҙәге асылыуҙа һәм уның эшен ғилми нигеҙҙә ойоштороп алып барыуҙа ла Әмир Ишемғловтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Уның етәкселеге һәм туранан-тура ҡатнашлығы менән ҡортсолоҡ продуктары нигеҙендә 250-гә яҡын төр дауалау-профилактика, аҙыҡ-түлек һәм косметик продуктар әҙерләү яйға һалынды. Учреждениеның ғилми-тикшеренеү һәм етештереү эшмәкәрлеге Рәсәйҙән тыш халыҡ-ара кимәлдә лә киң танылыу тапты.

2005 йылда «Умартасылыҡ продукцияһын етештереүҙе һәм эшкәртеүҙе фәнни яҡтан нигеҙләү маҡсатынан Көньяҡ Уралдың биологик ресурстарын рациональ файҙаланыу» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлап, ошо оло ғилми дәрәжәгә эйә була, 2006 йылдан алып – профессор. Байтаҡ ваҡыт Башҡортостан дәүләт аграр университетында профессор, кафедра мөдире булып та эшләй. Ә.М.Ишемғолов 2007/2008 уҡыу йылының һөҙөмтәләре буйынса Башҡорт дәүләт аграр университетында «Йылдың иң яҡшы ғалимы» номинацияһында еңеүсе булып таныла. Биш йыл Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы ҡаршыһындағы Юғары аттестация комиссияһында Зоотехния һәм ветеринария эксперт советында ағза булып тора.

2015 – 2018 йй. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй, был вазифала башҡорт милли хәрәкәтен яңы шарттарҙа үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Ҡоролтайыбыҙға айырым бина булдыра.

Әмир Ишемғолов 200-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәт, китап, монография, уйлап табыу һәм патент авторы, уның ғилми етәкселегендә ун биш кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланды. Уның тырышлығы менән башҡорт балы рәсми рәүештә бренд булып таныла. Башҡорт ҡорто бал ҡорттарының айырым тоҡомо булараҡ раҫлана, махсус таныҡлыҡ ала.

2013 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаты булып һайланды.

Ә.М.Ишемғоловтың тырыш хеҙмәте Салауат Юлаев ордены менән баһаланды, ул «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре», «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» кеүек маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.

Хөрмәтле етәксебеҙ Әмир Миңлеәхмәт улының изге һыны беҙҙең хәтерҙәрҙә мәңгегә һаҡланыр.

1bashmed34njfih4gur4tg.jpg

2bashmedbn3ghf4rgbut34rgyu34g.jpg

3bashmednebrfhghvbrtgvb4yrgvbyrtv34v4tv.jpg

4bashmedfbrguv3b4gy48gyb38f93g2opf.jpg

5bashmednfhbfuterfg7634yfgvrtgywe7fhw9e.jpg

6bashmedjkr5gn45uygh374gh0thj340gk904.jpg

Последние новости

Back to top